Иҡтисад
4 Декабрь 2023, 14:35

Аграрийҙарға быйыл 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биргәндәр

Йыл башынан Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарына ташламалы хаҡҡа дөйөм суммаһы 24,2 миллиард һум тәшкил иткән 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредитҡа ризалыҡ биргән.

Аграрийҙарға быйыл 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биргәндәрАграрийҙарға быйыл 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биргәндәр
Аграрийҙарға быйыл 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биргәндәр

Йыл башынан Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарына ташламалы хаҡҡа дөйөм суммаһы 24,2 миллиард һум тәшкил иткән 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредитҡа ризалыҡ биргән.

“Быйыл ташламалы хаҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биреү механизмын ҡәнәғәтләндереү өсөн ярҙам федераль ҡаҙнанан 26,7 миллиард һум итеп билдәләнгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – “Ташламалы хаҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар республиканың ауыл хужалығы предприятиелараның миҙгелле баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уларҙы башҡарыу осорона әйләнештәге сараларҙы тулыландырыуҙың төп ҡоралына әүерелде”.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: субсидияларҙың иң ҙур күләме – 352 миллион һум – үҫемлекселек тармағына ташламалы хаҡҡа кредит биреүгә йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас