Иҡтисад
4 Декабрь 2023, 09:00

Йәшәү өсөн күпме аҡса кәрәк?

Октябрь айында Башҡортостанда ошондай тупланманың хаҡы...

Йәшәү өсөн күпме аҡса кәрәк?Йәшәү өсөн күпме аҡса кәрәк?
Йәшәү өсөн күпме аҡса кәрәк?

Аналитиктар ағымдағы йылдың октябрендә ил төбәктәрендә ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәренең билдәләнгән йыйымының хаҡы тураһында яңыртылған мәғлүмәт баҫтырып сығарған.

Мәғлүмәттәр Росстаттан илдең социаль-иҡтисади хәле тураһында айлыҡ докладта сағылған. 2023 йылдың октябрендә Башҡортостанда ошондай тупланманың хаҡы 18 939 һумға еткән. Аналитиктар фекеренсә, был сумма республикала йәшәүселәргә йәшәү өсөн етергә тейеш. Күрһәткес алдағы ай менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа артҡан.

Рәсәйҙә тауарҙар һәм хеҙмәттәр йыйымының хаҡы айына 21 203 һум тәшкил итте. Иң күп аҡса Чукотка автономиялы округы халҡына кәрәк - 35 207 һум.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Сығанаҡ: https://ufacitynews.ru/news/2023/12/03/stoimost-zhizni-v-bashkirii-nazvali-summu-neobhodimuyu-dlya-vyzhivaniya/?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас