Иҡтисад
6 Декабрь 2023, 14:30

Ҡош киҙеүе арҡаһында башланған карантин тамам

Был ауырыуҙың ситтән индерелеү ихтималлығы ҙур.

Ҡош киҙеүе арҡаһында башланған карантин тамамҠош киҙеүе арҡаһында башланған карантин тамам
Ҡош киҙеүе арҡаһында башланған карантин тамам

“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Словакия һәм Канаданан Рәсәйгә ҡош-ҡорт, йомортҡа, ҡош итен һәм әҙер ит продукцияһын индереүҙе тыйыуы тураһында хәбәр итте. Сикләүҙәр Словакияның Трнава төбәгендә һәм Канаданың Квебек провинцияһында юғары патоген грипп вирустары йоҡтороуҙың эпизотик хәленең насарайыуы менән бәйле.

Бынан тыш, тыйыу ҡоштарҙы ашатыу, ҡатнаш аҙыҡ менән туҡландырыу, шулай уҡ ҡоштарҙы тотоу, һуйыу өсөн ҡулланылған ҡорамалдарға ҡағыла. Рәсәй Федерацияһы территорияһы аша был илдәрҙән тере ҡош-ҡорттоң транзиты ла тыйыла.

Башҡортостан иһә быйыл ҡош киҙеүе ҡурҡынысын үҙ елкәһендә татыны. Йәйгеһен Өфө районының Авдон ҡасабаһында урынлашҡан “Өфө” ҡошсолоҡ фабрикаһында ауырыу таралыуы арҡаһында ике миллиондан ашыу тауыҡты яндырҙылар. Фабрика әлегә эшләмәй, карантинда ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә ошо көндәрҙә ҡош киҙеүе арҡаһында иғлан ителгән карантиндың тамамланыуы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас