Иҡтисад
6 Декабрь 2023, 18:10

Поезда өс ай бушлай йөрөйәсәк

Быға студент ҡыҙ лайыҡ булды

Поезда өс ай бушлай йөрөйәсәкПоезда өс ай бушлай йөрөйәсәк
Поезда өс ай бушлай йөрөйәсәк

6 декабрҙә “Өфө” тимер юлы станцияһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Куйбышев тимер юлы – “РЖД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы начальнигы Вячеслав Дмитриев 2023 йылда “Рәсәй тимер юлдары селтәре”ндәге ҡала яны маршрутында миллиардлы пассажирҙы тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты.

Иҫтәлекле бүләк һәм өс айға ҡала яны поездарында бушлай йөрөүгә абонемент менән Өфө фән һәм технологиялар университетының физика-техник институты студены Карина Янбарисова бүләкләнде. 

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың “РЖД” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлеген дә билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас