Иҡтисад
6 Декабрь 2023, 18:30

Тимер юлында эш һөҙөмтәле

Пассажирҙар уңайлылығын хәстәрләү дауам итә

Тимер юлында эш һөҙөмтәлеТимер юлында эш һөҙөмтәле
Тимер юлында эш һөҙөмтәле

6 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы – “РЖД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән осрашты.

Төбәк етәксеһе тимер юлы транспортының 11 ай күрһәткестәренең ыңғай динамикала булыуын билдәләне. Быйыл ғинуар- ноябрь айҙарында Башҡортостан биләмәһе буйынса 4,9 миллион пассажир ташылған, был иһә үткән йыл кимәленән 21,2 процентҡа күберәк.

- Һөҙөмтәләр яҡшы. Пассажирҙар һәм йөк ағымы ла артты. Был - һеҙҙең команданың эш күрһәткесе, республика менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе, - тине Радий Хәбиров. – Бергәләп беҙ “Көньяҡ” , “Көнбайыш” , “Көнсығыш” экспрестарын астыҡ. Шулай уҡ Өфө тимер юлы ҡулсаһын булдырыу проекты өҫтөндә эште дауам итәбеҙ, пассажирҙар уңайлылығы өсөн инфраструктураны яҡшыртабыҙ.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас