

Башҡортостанда «Стратегияла 2024» онлайн-форумында 450-нән ашыу эшҡыуар ҡатнашты. Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Телестудияла ете спикер һәм 14 эксперт фекер алышты, улар араһында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам институттары вәкилдәре һәм уңышлы эшҡыуарҙар бар ине. Форумда ҡатнашыусылар уҙған йылға йомғаҡ яһаны, бизнесҡа ярҙам сараларын тикшерҙе, шулай уҡ 2024 йылға перспективаларҙы һәм трендтарҙы билдәләне.
Онлайн-трансляция барышында эшҡыуарҙар спикерҙарға һорауҙар бирә һәм эштәрҙе уңышлы алып барыу өсөн кәрәкле ҡиммәтле кәңәштәр ала алды.
Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы директоры Вадим Үтәшев һөйләүенсә, «Минең бизнесым» үҙәге линияһы буйынса 2024 йылға ла бизнес вәкилдәренә төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү планлаштырылған.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22494/