Иҡтисад
8 Декабрь 2023, 12:45

Элемтә һәм интернет сифаты яҡшырған

Башҡортостан эшҡыуарҙары элемтә һәм интернет хеҙмәттәренең сифатын һәм хаҡын биш баллы шкала буйынса 4,5 билдәһенә баһаланы.

Элемтә һәм интернет сифаты яҡшырғанЭлемтә һәм интернет сифаты яҡшырған
Элемтә һәм интернет сифаты яҡшырған

2023 йыл дауамында телекоммуникация хеҙмәттәренең асыҡлығы тураһында һорау алыу үткәрелгән. Башҡортостан эшҡыуарҙары элемтә һәм интернет хеҙмәттәренең сифатын һәм хаҡын биш баллы шкала буйынса 4,5 билдәһенә баһаланы. Былтыр элемтә хеҙмәттәренә теүәл дүрт балл ҡуйылғайны.

2023 йылда артабанғы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн аҙ халыҡ йәшәгән биләмәләрҙе элемтә хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү дәүләт өсөн өҫтөнлөклө булды. Бер нисә йылға иҫәпләнгән федераль программа сиктәрендә Башҡортостанда йылдың беренсе кварталында 125 тораҡ пункт 4G мобиль элемтә менән тәьмин ителгән, тағы 117 биләмә декабрь башында интернетҡа тоташтырылған.

Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡтың телекоммуникация хеҙмәттәре сифаты менән ҡәнәғәт булыуы тураһында онлайн-һорау алыу даими нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһының INVESTRB.RU порталында үткәрелә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22496/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас