Иҡтисад
9 Декабрь 2023, 13:30

"Ашамлыҡ банкы"ның төбәк бүлексәһе асыласаҡ

Ай һайын мохтаж булған 10 мең кешегә ярҙам итергә мөмкин.

"Ашамлыҡ банкы"ның төбәк бүлексәһе асыласаҡ"Ашамлыҡ банкы"ның төбәк бүлексәһе асыласаҡ
"Ашамлыҡ банкы"ның төбәк бүлексәһе асыласаҡ

Түбәнге Новгородта «СО.Белем» халыҡ-ара форумында «Русь» ашамлыҡ банкы» хәйриә фонды һәм Рәсәй Федерацияһының өс субъекты араһында стратегик партнерлыҡ тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Банк яғынан документҡа - «Русь» аҙыҡ-түлек банкы» хәйриә фонды президенты Юлия Назарова, Башҡортостан яғынан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР финанс министры Лира Иғтисамова ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйып, Башҡортостан «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ярҙамында төбәктең аҙыҡ-түлек банкын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Яҡын арала фонд төбәк командалары менән тейешле инфраструктура төҙөйәсәк һәм эште ғәмәлгә индереүгә әҙерләнәсәк. Маҡсаты - 300 тонна аҙыҡ-түлек күрһәткесенә сығыу, был ай һайын мохтаж булған 10 мең кешегә ярҙам итеү.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22498/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас