Иҡтисад
12 Декабрь 2023, 18:10

Иҡтисад буйынса стратегик сессия

12 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үткәргән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашты.

Иҡтисад буйынса стратегик сессияИҡтисад буйынса стратегик сессия
Иҡтисад буйынса стратегик сессия

Сессияны асып, Михаил Мишустин, сит ил партнерҙары менән эш итеү Рәсәйҙәге күп кенә процестарға, шул иҫәптән инвестициялар йәлеп итеүгә һәм индереүгә, сәнәғәтте үҫтереү динамикаһына, халыҡтың килеменә йоғонто яһай, тип билдәләне.

 – Уҙған йылдың аҙағында президент дуҫ илдәрҙең перспективалы партнерҙары менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бурысын ҡуйҙы. Беҙҙең тауар әйләнешендә бындай дәүләттәрҙең өлөшө йылдам үҫә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Мишустин. – Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, конструктив ҡарашлы кешеләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бара. Иң элек беҙ Евразия иҡтисади союзы, БДБ һәм ШОС буйынса партнерҙар менән, БРИКС, Азия-Тымыҡ океан төбәге, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Африка, Латин Америкаһы илдәре менән бәйләнештәбеҙ. Туғыҙ ай эсендә был дәүләттәр менән тауар әйләнеше 21 процентҡа артҡан. Был Ҡытай, Төркиә һәм Һиндостан менән сауҙа әйләнешендә асыҡ сағыла. Бәйләнеш буйынса лидерҙар араһында шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Бразилия бар.

Михаил Мишустин билдәләүенсә, 2030 йылға дуҫ илдәрҙең тауар әйләнешендәге өлөшө 90 процентлыҡ планканы үтеүе мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 100-ҙән ашыу ил менән сауҙа мөнәсәбәттәрен һаҡлай. 2023 йылдың ғинуар-сентябрендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,31 миллиард доллар тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан тауарҙарын сит ил баҙарына сығарыу бөтә әйләнеш күләменең 75 процентын тәшкил итә. Башҡортостандың тәүге 10 партнеры иҫәбенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Латвия, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Нидерланд, Германия инә. Был илдәрҙең өлөшө төбәктең тышҡы сауҙа әйләнеше күләменең 75,1 процентын тәшкил итә.

Башҡортостан – экспорт эшҡыуарлығы йәһәтенән ярҙам сараларын үҫтереү һәм индереү буйынса Рәсәй Федерацияһының алдынғы субъекттарының береһе. Мәҫәлән, 2019-2023 йылдар йомғаҡтары буйынса төбәк бюджетынан дөйөм суммаһы 438 миллион һумлыҡ 211 республика экспортерына субсидиялар бирелде. Ярҙам ителгән экспорт күләме 40 миллиард һум тәшкил итә.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҡтисад буйынса стратегик сессия
Иҡтисад буйынса стратегик сессия
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас