Иҡтисад
16 Декабрь 2023, 12:10

Алданған өлөшсөләр аҡсаларын ала башланы

Өфө ҡалаһында «Литер 4» ЯСЙ-һының «Мәскәү» торлаҡ комплексын төҙөүҙә ҡатнашыусылар "Биләмәләрҙе үҫтереү фонды" асыҡ юридик компанияһынан аҡсалата компенсация ала башланы. Түләүҙәр тураһында ҡарарҙы Фондтың Күҙәтеү советы 2023 йылдың 8 декабрендә ҡабул итте.

Алданған өлөшсөләр аҡсаларын ала башланыАлданған өлөшсөләр аҡсаларын ала башланы
Алданған өлөшсөләр аҡсаларын ала башланы

— Түләүҙәр башланғандан алып беренсе көндә генә 23 өлөшсө компенсация алыуға өлгәште. Торлаҡ комплексының бөтәһе 254 өлөшсөһе түләүҙәр аласаҡ. Федераль механизмдар һәм республиканың берлектәге финанслауы арҡаһында граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелә. Компенсацияның дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов.

Уртаҡ төҙөлөштә зыян күргән ҡатнашыусыларға компенсацияны "Биләмәләрҙе үҫтереү фонды" асыҡ юридик компанияһы түләй.

Өлөшсөләр түбәндәге һылтанма аша үтеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала: https://214.frt.rf/lk/

 

фото: "Биләмәләрҙе үҫтереү фонды"нан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас