

Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың Учалы районы биләмәһендә һибелмә алтын табыу буйынса законһыҙ эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш саралары тикшерелде.
Системалы эште Радий Хәбировтың башланғысы буйынса булдырылған профилле ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге барышында 2021 йылда ойошторҙолар.
Комиссияның эше өсөн вице-премьер - Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов яуаплы. Уҙған аҙнала белгестәр күҙәтеү органдары вәкилдәре менән бергә Учалы районында һигеҙ ятҡылыҡты ҡараны, тип хәбәр итте ул. Муниципалитет биләмәһендә шулай уҡ ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрелде.
Ведомство-ара комиссия сеймал табыу компаниялары эшмәкәрлегендә бер нисә закон боҙоу осрағын асыҡланы. Улар ер һәм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте талаптарын һанға һуҡмай. Атап әйткәндә, эҙләү һәм баһалау эштәрен яраштырыу ваҡытын боҙа, лицензия участкаларының ситенә сыға, тейешле лицензияһыҙ алтын таба. Бынан тыш, эштәр тамамланғандан һуң участкаларҙы рекультивациялау үткәрелмәй.
- Районда һибелмә алтын сығарыуға йәмғеһе 49 лицензия бирелгән. Был - республикалағы дөйөм иҫәптең 79 проценты, - тине Азамат Абдрахманов. - Учалы районында эшләгән 17 ойошма ҡануниәтте тупаҫ боҙған өсөн “ҡыҙыл зона”ға индерелде. Һуңғы ике йылда муниципалитет биләмәһендә эшләгән алтын табыу компанияларының дүрт лицензияһын тартып алдылар. Шул уҡ ваҡытта республикала һибелмә алтын сығарыуға яңы лицензиялар биреүгә мораторий эшләй.
Әйтергә кәрәк, ер аҫтын файҙаланыусыларҙың күбеһе намыҫлылар категорияһына ҡарай йәки бер ни тиклем бөтөрөп була торған етешһеҙлектәре бар.
Асыҡланған етди хоҡуҡ боҙоуҙар – намыҫһыҙ ер аҫтын файҙаланыусыларға ҡарата эш ҡуҙғатыу өсөн нигеҙ, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Прокуратураһына һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының республика Тәфтиш идаралығына тикшереү материалдары менән хаттар әҙерләргә ҡушты.
- Элегерәк Баймаҡ районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса кәңәшмә үткәргәйнек. Шунан һуң унда билдәле бер хәрәкәт башланды, - тине Радий Хәбиров. - Хәҙер Учалы районында проблемалар бар. Киләһе йыл башында унда ла Ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышын үткәрәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.