

“Бөгөн Мәскәүҙә БДБ илдәре хөкүмәттәре башлыҡтарының кәңәшмәһе бара. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин коллегалар менән бергә “Рәсәй” күргәҙмәһендә, шул иҫәптән Башҡортостан стенды эргәһендә булдыҡ.
Ҡунаҡтарға перспективалы проекттарыбыҙҙы, шул иҫәптән Беларусь Республикаһы менән бергә тормошҡа ашырылғандарын, тәҡдим иттек. Уларҙың береһе – әле ғәмәлдә булған игенде йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдарҙы етештереү буйынса завод. Беҙ уны октябрҙә “Амкадор” холдингы менән бергә астыҡ. Барлығы туғыҙ айҙа төҙөнөк. Михаил Владимирович проектыбыҙға юғары баһа бирҙе, ә “Амкодор” холдингы директорҙар советы холдингы рәйесе Александр Шакутинды инноватор тип атаны. Беларусь Премьер-министры Роман Александрович Головченко завод төҙөлөшө тиҙлеген “мөғжизә” тип атаны. Хеҙмәтебеҙҙе баһалаған өсөн ҙур рәхмәт.
Бөгөн икенсе “Амкодор-Алға” заводы төҙөлөшө бара. Уны бер йыл эсендә сафҡа индерергә уйлайбыҙ. Ул юл төҙөлөшө техникаһын етештереүгә махсуслашасаҡ. Михаил Владимировичты 2024 йылдың октябрендә яңы предприятиены асыу тантанаһына саҡырҙым.
Шулай уҡ тағы масштаблы инвестиция проектын – Сибай – Подольск – Новорудная тимер юлы төҙөлөшөн тормошҡа ашырабыҙ. Уны бөгөн Михаил Владимировичҡа күрһәттек. Ул Силәбе тимер юлына көсөргәнеште кәметәсәк һәм Ҡаҙағстанға юлды 250 километрға ҡыҫҡартасаҡ.
Бөгөн Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеге буйынса “Юл картаһы” эшләнгән, ведомство-ара эш төркөмө ғәмәлдә, даими эшлекле бәйләнештәр бар. Тауар әйләнеше үҫешен күрәбеҙ. Маҡсатыбыҙ – уны бер миллиард долларға еткереү һәм был йәһәттән мөмкинлегебеҙ ҙур”.
Фото, сығанаҡ: vk.com/agnazarov?w=wall555400080_9912.