Иҡтисад
18 Декабрь 2023, 16:25

Тармаҡ әүҙем үҫешә

Радий Хәбиров алдағы "Транспорт сәғәт"тәренең береһендә газ һәм электр менән зарядлау инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен ентекле тикшерергә тәҡдим итте.

Тармаҡ әүҙем үҫешәТармаҡ әүҙем үҫешә
Тармаҡ әүҙем үҫешә

2024 йылда Башҡортостанда федераль аҡсаларҙы йәлеп итеп 13 яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы һәм электромобилдәр өсөн 70 тиҙ зарядлау станцияһы төҙөү күҙаллана. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдерҙе.

Газ менән заправкалау инфраструктураһына килгәндә, Башҡортостанда бөтәһе 51 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы, шул иҫәптән 24 шәхси инвестор, 9 «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм 18 «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. Станциялар һаны буйынса республика илдә икенсе урында тора.

2024 йылға пландарҙа - 13 яңы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын төҙөүҙе дауам итеү, шул иҫәптән Әбйәлил, Балтас, Бүздәк, Өфө, Учалы райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында.

Ғәмәлдәге автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларының тәьмин ителешен арттырыу өсөн республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы сәнәғәт предприятиелары менән әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, «Транснефть-Урал» компанияһы 36 берәмек транспортты газ-мотор яғыулығы итеп ҡайтанан йыһазландырҙы ла инде. Техниканы тағы ла 30-лаған ойошма ҡыҫҡартылған тәбиғи газға күсереү мөмкинлеген ҡарай.

2020 йылдан «Энергетиканы үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостанда 4 меңдән ашыу транспорт сараһы метанға ҡайтанан йыһазландырылған, тип өҫтәне төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Өҫтәүенә был күләмдең 56,8 проценты - еңел автомобилдәр.

Дәүләт программаһы менән билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн төбәктең Транспорт министрлығы урындағы хакимиәттәр менән тығыҙ эш алып бара. Мәҫәлән, 18 муниципалитет тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса юл карталарын әҙерләгән. Ә ете район һәм ике ҡала автомобилдәрҙе метанға үҙгәртеп ҡороу һәм уларҙы артабан хеҙмәтләндереү буйынса партнерлыҡ пункттары төҙөргә ниәтләй.

Шулай уҡ киләсәктә Өфө районында 3 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы Республика газ-мотор үҙәген төҙөү планлаштырыла. Уның эшмәкәрлегенең төп төрҙәре - транспортты газ баллоны ҡорамалына күсереү, уҡыу үҙәге, конструкторҙар бюроһы төҙөү һәм консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеү.

1 кубометр метандың хаҡы 1 литр бензин, йәки дизель хаҡынан 2,5 тапҡырға түбәнерәк, һәм республика буйынса уртаса 21 һум 62 тин тәшкил итә, тип хәтергә төшөрҙө Александр Клебанов. Шулай уҡ газ-мотор яғыулығында эшләгән транспорт саралары хужалары транспорт һалымына 50 процент күләмендә ташлама ала.

Башҡортостанда электр зарядкаһы инфраструктураһын үҫтереү ҙә мөһим тема булып тора. Уның етешмәүе - төбәктә электр транспорты популярлығы артыуын тотҡарлаусы факторҙарҙың береһе. Республикала 55 заряд станцияһы, шул иҫәптән 37 яй һәм 18 шәп станция эшләй, улар ярты сәғәт эсендә электр автомобилен тулыһынса зарядкалау мөмкинлеге бирә.

2023 йылдың башында Башҡортостан электромобилдәр өсөн заряд инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль пилот проектының икенсе сиратына инде. Республика инвесторҙары 14 муниципалитетта 18 тиҙ заряд станцияһы төҙөүгә 34 миллион һум алды. Йыл аҙағына тиклем экономия иҫәбенә тағы ла һигеҙ проектҡа өҫтәмә ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

2024 йылда Башҡортостан федераль пилот проектының өсөнсө сиратында ҡатнаша. Уның сиктәрендә республика территорияһында 70 тиҙ заряд станцияһы төҙөлөшөнә ярҙам итеү планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа 193 миллион һум йүнәлтелә, шул иҫәптән 162 миллионы – федераль, 31 миллионы – республика ҡаҙнаһынан. Субсидия бүленгән заряд станциялары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында тора.

Радий Хәбиров алдағы «Транспорт сәғәт»тәренең береһендә газ һәм электр менән зарядлау инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен ентекле тикшерергә тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас