

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская ведомство эшмәкәрлегенең быйылғы йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә ниндәй ярҙам саралары ҡаралған? Ер биләмәһе алыуға сират быйыл нисек үҙгәрҙе? Республиканың инвестиция ҡануниәтендә ниндәй яңылыҡтар ғәмәлгә индерелде? Йорт төҙөү өсөн ер майҙаны һайлағанда ниндәй ресурстарҙан файҙаланырға? Министрлыҡ линияһы буйынса эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә? Ҡуртымға алырға мөмкин булған объекттар менән ҡайҙа танышырға була, ниндәй осраҡтарҙа уларҙы һатыулашмай алырға рөхсәт ителә һәм ошо биналарҙы капиталь ремонтлауға киткән сығым эшҡыуарға кире ҡайтарыласаҡмы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға министр ентекле яуап бирҙе. Уның журналистар менән әңгәмәһен тулы күләмдә “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.
Автор фотоһы.