

Өфөлә «Социаль проекттар акселераторы» программаһында ҡатнашыусыларҙың бизнес-проекттарын яҡлау булды. Унда эшләп килгән социаль эшҡыуарҙар ғына түгел, шундай статус алырға ниәтләүселәр ҙә ҡатнаша алды. Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Эште Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының Эшҡыуарлыҡ мәктәбе башҡарҙы. Уҡытыу практик белем алыуға һәм бизнес компетенция алырға теләүселәргә йүнәлтелде. Спикерҙар сифатында федераль һәм республика тренерҙары, трекерҙар, ысын эшҡыуарлыҡ тәжрибәһенә эйә булған эксперт-практиктар, иҡтисад фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, программа уҡытыусылары саҡырылды. Һөнәри күнекмәләрҙән һәм белем алыуҙан тыш, эшҡыуарҙар аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы хеҙмәттәшлек булдырыу мөмкинлеген алды.
«Социаль проекттар акселераторы» программаһы ике ай дауамында онлайн-форматтағы бер нисә этаптан торҙо. Тәүҙә бында 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Эшҡыуарҙар 19 онлайн-дәресте үҙ эсенә алған Акселерация алды өлөшөн үтте. Платформала уҡыуҙы уңышлы тамамлаған һәм йомғаҡлау тестын ыңғай тапшырғандар ғына киләһе этапҡа - Акселераторға күсерелде. Унда уларҙы йәнле вебинарҙар, федераль һәм республика спикерҙары менән төркөмләп һәм шәхси консультациялар көтә ине.
Уҡып сыҡҡан ҡатнашыусыларҙы үҙ проекттары менән таныштырҙылар, уларға уҡыуҙы тамамлау тураһында сертификаттар тапшырҙылар. Был сертификаттар социаль эшҡыуарлыҡ буйынса грант алыуға документтар тапшырғанда иҫәпкә алына.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22608/