

22 декабрҙә Туймазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙәге тәүге мебель кластеры предприятиеларында булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны 2022 йылда Туймазының “Корона” фабрикаһында ойошторҙолар. Кластер йомшаҡ мебель, фурнитура һәм уны эшләү өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүселәрҙе берләштерҙе.
Кластерҙа ҡатнашыусыларҙың береһе - Туймазыла урынлашҡан һәм ватан сеймалында йорт, офис өсөн корпуслы мебель әҙерләүгә махсуслашҡан “Велес” компанияһы. Радий Хәбиров предприятиеның майҙансығын ҡараны һәм етештереүҙе үҫтереү проекттары менән танышты.
Компания директоры Руслан Сәләхов һөйләүенсә, сығарылған продукция исемлегенә йоҡо гарнитуралары, зал һәм ингән бүлмә өсөн корпуслы мебель, шкафтар, өҫтәлдәр, тумбалар һәм башҡа йыһаздар инә. 2001 йылда ойошторолғандан алып “Велес” ҙур етештереү күләменә етте һәм федераль баҙарға сыҡты. Бынан тыш, продукция Ҡаҙағстандан заказсыларға ла ебәрелә.
2023 йылда республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды булышлығында предприятиела майҙаны 1,5 мең квадрат метрлыҡ склад төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлағандар. Йыһаздарҙың хаҡын иҫәпкә алып һалынған аҡсаның дөйөм күләме - 100 миллион һум. 2023 йылдың декабренә проект тамамланыу алдында.
Башҡортостан Башлығы мебель етештереү цехын һәм “Велес” фирма салон-магазинын ҡараны.
Төбәк етәксеһе етештерелгән изделиеларҙың етештереү кимәлен һәм конкуренцияға һәләтлелеген юғары баһаланы.
– Заманса предприятие, яңы ҡорамалдар, йәш коллективтың энтузиазмы һәм, әлбиттә, сифатлы продукция. Шуның һөҙөмтәһендә бөгөн “Велес” яңы баҙарҙар яулай башланы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шуныһы мөһим: йыһаз яһаусыларыбыҙ бер урында тапанмай, ә артабан да үҫешә.
Туймазыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Апогей” фабрикаһында ла булды. Ул 1999 йылдан эшләй һәм дивандар, карауаттар, креслолар етештерә.
Предприятиела 17 цехта 250 белгес эшләй. Ай һайын улар Рәсәй төбәктәрендә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә ҡулланыусылар һатып алған 3 меңдән ашыу йомшаҡ мебель комплекты сығара. Фабрика вәкиллектәре Мәскәүҙә, Ҡазанда, Силәбелә, Санкт-Петербургта һәм Ҡырым Республикаһында эшләй.
“Апогей” компанияһының генераль директоры Айназ Хәсәнов әйтеүенсә, мебель кластеры сиктәрендә етештерелгән мебель исемлеген киңәйтеү һәм етештереүҙе автоматлаштырыу буйынса проектты ғәмәлгә ашыралар. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды был башланғысҡа льготалы займ рәүешендә ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә предприятиела айына 3,5 мең комплект йомшаҡ мебель сығарыу планлаштырыла.
Республика Башлығы етештереүҙең төп этаптары – металл каркастар эшләү, бесеү, әҙер мебель тултырыу һәм йыйыу менән танышты. Республика ярҙамы менән кластерҙа ҡатнашыусылар конкурентлыҡ һәләтен ярайһы уҡ күтәрҙе, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Һәр етештереүсегә теге йәки был ярҙам күрһәтелде. Предприятие етәкселәре дәүләт ярҙамы сараларының киң йыйылмаһы өсөн рәхмәт белдерә, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ ҡайҙалыр Белоруссияла йәки Мәскәү өлкәһендә һәйбәт йыһаз эшләйҙәр тип уйларға күнеккәнбеҙ. Ә бөгөн республика фабрикалары бик сифатлы продукция етештерә, уны, әйткәндәй, Белоруссия ла, Мәскәү өлкәһе лә һатып ала.
Фото: Башҡортостан башлығы сайты.