

Бөгөн Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “КамАЗ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин ошо йәмғиәттең Башҡортостандағы предприятиелары етәкселәре өсөн киңәйтелгән осрашыу үткәрҙе.
Предприятиелар етәкселәре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса күрһәткестәр һәм 2024 йылға пландар тураһында һөйләне.
Сергей Когогин концерндың Башҡортостанда яңы етештереү ҡеүәттәре асырға әҙер булыуын билдәләне. Улар араһында – “БелЗАН” заводын киңәйтеү һәм яңыртыу, Бәләбәйҙәге завод нигеҙендә индустриаль парк булдырыу. Ул “НефАЗ” заводы коллективына электробустар етештереү планын үтәгәне өсөн рәхмәт тә белдерҙе.
“Был бик яҡшы заманса техника. Беҙ электробустарҙы файҙаланыуҙың финанс-иҡтисади күрһәткестәрен иҫәпләйәсәкбеҙ һәм уларҙы Өфө урамдарында йөрөтөү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.