Иҡтисад
30 Декабрь 2023, 10:45

Аҡса тураһында белергә кәрәк

“Аҡса тураһында – ябай ғына” республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде.

Аҡса тураһында белергә кәрәкАҡса тураһында белергә кәрәк
Аҡса тураһында белергә кәрәк

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә финанс грамоталылығы мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыусылар араһында уҙғарылған “Аҡса тураһында – ябай ғына” республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде.

– Финанс грамоталылығын күтәреү һәм 2030 йылға тиклем финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһы бурыстарының береһе булып халыҡ менән төрлө коммуникация каналдарын файҙаланыу тора. “Аҡса тураһында – ябай ғына” конкурсының маҡсаты – ошо йүнәлештәге белемде һәм һаҡланыу сараларын арттырыу, шулай уҡ мутлашыуҙы иҫкәртеү өсөн йәмәғәтселек иғтибарын финанс грамоталылығы мәсьәләләренә йәлеп итеү, – тип билдәләне Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина.

Быйыл конкурс икенсе тапҡыр үткәрелгән. Ҡатнашыу өсөн 47 ғариза бирелгән. Конкурстың бурысы – финанс грамотаһы мәсьәләләре буйынса киң йәмәғәтселеккә мәғлүмәт биреү сифатын күтәреү, иң яҡшы авторҙарҙы асыҡлау һәм дәртләндереү.

 

 

Фотолар: Башҡортостан республикаһы Финанс министрлығының матбуғат хеҙәтенән.

 

Аҡса тураһында белергә кәрәк
Аҡса тураһында белергә кәрәк
Аҡса тураһында белергә кәрәк
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас