Иҡтисад
4 Ғинуар 2024, 09:00

500 мең һум алды

Егеткә ни бары 26 йәш, шуға ҡарамаҫтан, ҙур наградаға эйә булды.

500 мең һум алды500 мең һум алды
500 мең һум алды

Өфөләге 2-се Йылылыҡ электр станцияһы машинисы Азамат Йәһүҙин “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урынды алып һөйөндөрҙө.  Ул 500 мең һумлыҡ сертификат алды! Егеткә ни бары 26 йәш, шуға ҡарамаҫтан, федераль кимәлдәге ҙур наградаға эйә булды.

“Азамат – Ҡалтасы егете, Өфө дәүләт авиация университетын тамамлаған. Өс йыл эсендә Өфөләге 2-се Йылылыҡ электр станцияһы 8-се  разрядлы турбина цехының  энергоблоктар өлкән машинисына тиклем “үҫте”, - тип яҙа ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Федераль кимәлдә ҙур уңышҡа өлгәшкән Азаматтың еңеүенә бик шатбыҙ. Илдә эшсе һөнәрҙәренең абруйы артыуына иғтибар көсәйтелеүе яҡшы күренеш. Бүләкләү тантаналы шарттарҙа үтте – Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков еңеүселәрҙе ҡотларға үҙҙәре килде.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

500 мең һум алды
500 мең һум алды
500 мең һум алды
500 мең һум алды
500 мең һум алды
500 мең һум алды
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас