Иҡтисад
9 Ғинуар 2024, 11:50

Газ үткәреү буйынса илдә тәүгеләр рәтендәбеҙ

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы буйынса 38 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ ебәрелгән.

Газ үткәреү буйынса илдә тәүгеләр рәтендәбеҙГаз үткәреү буйынса илдә тәүгеләр рәтендәбеҙ
Газ үткәреү буйынса илдә тәүгеләр рәтендәбеҙ

Башҡортостанда социаль газ үткәреү программаһы буйынса 38 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ ебәрелгән. Был хаҡта “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы – “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы.

Башҡортостанда программаға 1 972 тораҡ пункт индерелгән, уларҙа 65 513 йортто индерергә мөмкин.

– Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып беҙ 51 812 ғариза ҡабул иттек. Газ бүлеү селтәрҙәрен 47 156 йорттоң сигенә еткерҙек, шуларҙың 38 меңендә зәңгәр яғыулыҡ килтерелде лә инде, - тип билдәләне Альберт Лоҡманов. - Беҙ бөтәһе 62 216 йортҡа газ үткәреү өсөн техник мөмкинлек булдырҙыҡ.

2022 йылдың аҙағында Рәсәй Президенты социаль газ үткәреү программаһын киңәйтте һәм уны социаль объекттарға таратты. Башҡортостанда 12 белем биреү һәм ике медицина учреждениеһына газ үткәреү өсөн 14 ғариза ҡабул ителде. Шуларҙың 13-ө буйынса газ ойошмаларҙың ер участкалары сигенә килтерелгән. Ике объект – Баймаҡ районының Темәс ауылындағы мәктәп һәм Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылындағы дауахана – газға тоташтырылды ла инде.

– Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Координация үҙәге илдең бөтә субъекттарында ла газ үткәреү буйынса сараларҙың үтәлешен күҙәтеп бара. Йыйылма һөҙөмтә рейтингта сағылыш таба. Илдең 11 ҙур төбәге төркөмөндә Башҡортостан беренсе урынды биләй, – тине етәксе.

Республика шулай уҡ 2020 йылда раҫланған 2025 йылға тиклем төбәктә газ һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итә. Ул Башҡортостанда 181 тораҡ пунктҡа газ үткәреү өсөн өҫтәмә 2 мең саҡрымдан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был 26 мең йортҡа һәм 301 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, программа сиктәрендә “Рус Юрмашы” газ бүлеү станцияһы төҙөлә. Планда – ғәмәлдәге 16 ГРС-ты реконструкциялау һәм модернизациялау.

Республиканан газ үткәреүгә сертификаттар алыу Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярайһы ҙур ярҙам булды, тип билдәләне Альберт Лоҡманов. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.

– Бөтәһе 9 295 сертификат ҡабул иттек, уларҙың 8 811-е буйынса эштәр тамамланды ла инде, – тип өҫтәне Альберт Лоҡманов.

Башҡортостан Башлығы республикала эшләүсе “Газпром”дың бүлендек предприятиелары коллективына һөҙөмтәле һәм яйға һалынған эш өсөн рәхмәт әйтте.

– Газ үткәреү кимәле беҙҙә бик яҡшы, илдә иң юғарыларҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Ләкин әле һаман, райондарға барһам, кешеләр газ һорай. Шуға күрә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас