Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Саҡмағош районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы һөт етештереү өсөн сауҙа үткәрмәйенсә ер алған.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы импортты алмаштырыу өлкәһендәге проектты тормошҡа ашырыу өсөн сауҙа үткәрмәйенсә, дөйөм майҙаны 83,06 гектар тәшкил иткән ер участкаһын ҡуртымға алыуға килешеү төҙөнө. Был участка һөт етештереү буйынса төҙөлөп ятҡан заманса юғары технологиялы объектты мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн бүленгән. План буйынса хаҡы - 2,5 миллион һум, ғәмәлгә ашырыу ваҡыты: 2023-2035 йылдар.
- 2022 йылда импортты алмаштырыу өсөн ер участкалары алырға мөмкинлек биргән процедура индерелде. Бындай участкалар һаны йылдан-йыл арта бара: 2022 йылда улар 15, 2023 йылда - 345 дана, ә 2024 йылдың 10 ғинуарына 3 участка бирелгән, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. - Шуны билдәләп үтергә кәрәк: дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаларын биреү үҙенсәлектәре 2024 йылға оҙайтылды.
- 2030 йылға тиклем республикала эре һәм заманса һөтсөлөк фермалары һанын 50-гә еткерергә планлаштырабыҙ, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Тауар һөтөн етештереү 1 миллион тоннанан артып китергә тейеш. Бөгөн 20-нән ашыу һөт комплексы төҙөлөшө буйынса проект тормошҡа ашырылған йәки әле тамамланыу өҫтөндә. Яҡын арала һөт малсылығы буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләгән компаниялар иҫәбендә «Үҙәк» МТС-ы ла бар. Предприятиеға сауҙа үткәрмәйенсә ер участкаһы бүлеү - ул яҡшы ярҙам сараһы.
«Һөт етештереү буйынса заманса юғары технологик иҡтисади һөҙөмтәле бизнес булдырыу» проектын тормошҡа ашырыу «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының малсылыҡ тармағын тотороҡло үҫтереүҙе һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.