Бынан ике йыл элек Борай районының Дүсмәт ауылында “Фәхретдинова” крәҫтиән (фермер) хужалығы эш башланы. Айһылыу Фәхретдинова эштең ауыр һәм мәшәҡәтле булыуын яҡшы аңлап, малсылыҡ тармағын үҫтереүгә бөтә тырышлығын һалып тотона. Тормош иптәше Илнур менән улар көнө-төнө тигәндәй мал-тыуар янында. Симменталь тоҡомло 30 баш мал һатып алып, уларҙың һанын арттырыу, ит етештереү эшенә ең һыҙғанып тотоналар, тип яҙа “Алға” гәзите.
Фермерлыҡ эшен башлауға икенсе йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр байтаҡ эштәрҙе башҡарырға, юлға һалырға өлгөргән. Яйлап төҙөкләндереү эштәре бара, малсылар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла, малдар көр. Мал аҙығы етерлек кимәлдә әҙерләнеп, ферма эргәһенә килтереп ҡуйылған.
Фермерлыҡҡа ҡыйыу тотонған малсыларҙан башҡа райондың социаль-иҡтисади үҫешен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Тарҡалған, бушап ҡалған фермаларҙы төҙөкләндергән, яңыларын һалған фермерҙар ауыл тормошона яңы һулыш бирә.
Айһылыу кеүек тәүәккәл, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә ең һыҙғанып, ихлас тотоноуы маҡтаулы күренеш. Йәш фермерҙарға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Хужина фотоһы.