Иҡтисад
21 Ғинуар 2024, 09:30

Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше артҡан

Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше 3,1 процентҡа артҡан.

Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше артҡанҠаҙағстан менән тауар әйләнеше артҡан
Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше артҡан

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында экспорт 2023 йылдың ғинуар–ноябрь айҙарында 6,1 процентҡа, ә үҙ-ара тауар әйләнеше күрһәткесе “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында 3,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығында.

 

Әйткәндәй, 24-25 ғинуарҙа Ҡаҙағстанда халыҡ-ара форум уҙасаҡ һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Был осрашыу рәсми һәм эшлекле программанан, шул иҫәптән, “Ҡаҙағстан-Башҡортостан” майҙандарынан тора. Эшҡыуарҙар b2b форматында осрашасаҡ, шулай уҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү өсөн Ҡаҙағстандың алдынғы предприятиеларына сәфәр итәсәк.

 

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға, Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм Президент Владимир Путиндың май ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Александр Кряжев.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас