«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 5 февралдә 10:00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) сит ил күргәҙмәләрендә йәки бизнес-миссиялар барышында ҡытай эшҡыуарҙары менән үҙ-ара эш итеүгә арналған вебинар үтәсәк. Вебинарҙың ойоштороусыһы - «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.
Консультацияла ҡатнашыусылар бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуға әҙерлек мәсьәләләрен, сит ил партнерҙары менән беренсел танышыу ваҡытында эшлекле аралашыу принциптарын, шулай уҡ менталитет үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, ҡытай эшҡыуарҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыу үҙенсәлектәрен тикшерәсәк. Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн 1 февралгә тиклем Республика экспорт үҙәгенең сайтында түбәндәге һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк: https://www.exportcenter.ru/events/international-consultations/596312/. Саранан һуң бөтә теркәлгән ҡулланыусыларға консультация буйынса материалдар һәм сараның яҙмаһы биреләсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22817/