“Ҡаҙағстан-Башҡортостан” форумы сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомарт Кемелевич Токаев һәм республика Премьер-министры Смаил Алихан Астаханович менән осрашты.
Ике туғандаш ил етәкселәре билдәләүенсә, Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, мәҙәни тамырҙары ла уртаҡ. Бөгөнгө форум, һис һүҙһеҙ, төбәктәрҙең төрлө яҡлап үҙ-ара мөнәсәбәттәренең үҫешеүенә өҫтәмә этәргес бирер.
Токаев Ҡаҙағстан беҙҙең республика менән төрлө өлкәләрҙә - индустриямы, агросәнәғәт комплексы йәки гуманитар өлкәме - бәйләнеште үҫтереү өсөн бар көсөн һала тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Рәсәй Ҡаҙағстанға иң яҡын союздаш, стратегик партнер булып тора. Беҙ Рәсәй Федерацияһы һәм, әлбиттә, Башҡортостан менән интенсив һәм емешле хеҙмәттәшлек итергә йүнәлеш алғанбыҙ” – ошо тема һөйләшеүҙәрҙең мөһим өлөшө булды.
Ҡаҙағстан Башҡортостандың сауҙа партнеры булараҡ тәүге өсәү иҫәбенә инә. Киләһе ике-өс йылда беҙҙең маҡсат – тауар әйләнеше күләмен ике тапҡырға арттырыу. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
2023 йылдың сентябрендә 2023-2024 йылдарға Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса Юл картаһына ҡул ҡуйылды. Планға сәнәғәт, иҡтисад, инвестициялар, агросәнәғәт комплексы, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге саралар инде. Был - төп документ, сауҙа-иҡтисад һәм инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн нигеҙ” тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.