Борай районының Яңы Йәлдәк ауылы - йылҡы аҫрау өсөн бик уңайлы урын. Тәбиғәте матур, болондары йәйрәп ята, һыу ятҡылыҡтары, көтөүлектәре етерлек.
Абдрахман Дүсмәтов та бала саҡтан тыуған яҡ матурлығына ғашиҡ булып, мал-тыуар ҡарарға күнегеп үҫә. Егет ҡорона ингәс, йылҡы үрсетеү уйы менән яна башлай, тип яҙа "Алға" гәзите.
Бөгөн ул үҙ хужалығында хыялын тормошҡа ашырып, ең һыҙғанып, яратҡан эше менән мәшғүл. Фермер хужалыҡтары үҫешен дәртләндереү маҡсатында ойошторолған “Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” дәүләт программаһында ҡатнашып, былтыр грант ота. Был көс еткеһеҙ тойолған ҙур эште башҡарып сығыуҙа, документтарҙы йыйыу һәм рәсмиләштереүҙә райондың ауыл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтә. Фермер бының өсөн яҡташтарына бик рәхмәтле, уларҙың ышанысын тырыш хеҙмәте менән аҡламаҡсы.
Ул матди ярҙамға 40 баш башҡорт тоҡомло ат һәм МТЗ тракторы һатып ала. Үҙ эшен асҡансыға ҡәҙәр ферма төҙөп, 75 гектар майҙандағы ерҙе рәсмиләштерә.
– Ат ул – бик аҡыллы йән эйәһе. Шул тиклем һиҙгерҙәр, һинең нимә уйлағаныңды белеп тора улар. Тупаҫ ҡыланһаң, шундай уҡ яуап аласаҡһың. Хужаларын әллә ҡайҙан танып торалар, таныш тауышты ишетеүгә бышҡыра-бышҡыра сабып килеп етәләр, – ти йылҡы телен аңлай белгән хужа.
Абдрахман Радик улы биш йәшенән атайһыҙ ҡалып, әсәһе һәм ике туғаны менән бергә үҫә. Шул ваҡыттан алып шәхси хужалыҡта күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ике һауын һыйыры тоталар.
Абдрахман бәләкәйҙән уларҙы тәрбиәләргә, көтөүлектә көтөргә ярата. Айырыуса уны йылҡы тәрбиәләү ҡыҙыҡһындыра. Таныштарының атына ултырып, тәбиғәт ҡосағына, бесән сабырға сығыу бала саҡтың матур хәтирәләре булып күңеленә уйылған.
Тыйнаҡ, маҡсатына ынтылыусан егет ислам дине ҡанундары буйынса йәшәй һәм 2012 йылда Яр Саллы ҡалаһындағы мәҙрәсәгә уҡырға инә, аҙаҡ Ҡазан ислам университетында белем ала. Ауылдашы Әмирәгә өйләнеп, татыу ғаилә ҡора. Йәштәр тәүге мәлдә Ҡазан ҡалаһында йәшәй, әммә тыуған яҡ уларҙы үҙенә тарта.
Ғаилә фермерлыҡ менән бергә “Борай фермеры” магазиндары эшен дә алып бара. Дүсмәтовтарҙың өс йәшлек кенә улдары Әмин дә атаһы һымаҡ мал йәнле булып үҫә, уның менән атта йөрөргә ярата. Киләсәктә атаһының уң ҡулы булырына ышаныс бар.
Абдрахман Дүсмәтов - Йәлдәк ауылының имамы ла. Иңенә һалынған бөтә дини эштәрҙе ауырһынмай, ҙур яуаплылыҡ тойоп башҡара ул.
Гөлназ Хужина фотоһы.
https://vk.com/gazetaalga