2024 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы “Яңы реаль шарттарҙа экспорт һәм импорттың актуаль тенденциялары” комплекслы семинарын уҙғара.
Семинарҙа түбәндәге темалар ҡарала:
-Түләүҙәрҙә оптималь маршрут булдырыу – уңышһыҙ транзакциялар проблемаһын хәл итеү.
-Экспорт-импорт операциялары ваҡытында курсты тирбәлеүҙән һаҡлау инструменты.
-Яңы реаль шарттарҙа экспорт-импорт йөктәрен страховкалау.
-Сәнәғәттә экспорт һәм импортҡа дәүләт финанс ярҙамы: инструменттар һәм һөҙөмтәле ҡулланыу.
-ТН ВЭД ЕАЭС-ҡа ярашлы классификация тураһында хәл итеү. Импортта мөһим нәмә.
Сарала шулай уҡ ҡатнашыусылар һәм эксперт-спикерҙар араһында В2В- һөйләшеүҙәрен ойоштороу ҡаралған.
Үткәреү ваҡыты: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы,3, конференция залы.
Ваҡыты: 11.00 – 15.00 сәғәттәр.
Теркәлеүҙе https://tpprb.timepad.ru/event/2743502 һылтанмаһы аша үтергә мөмкин. Ҡатнашыу бушлай.