Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 февралдә Белорет районы Инйәр ауылында эшкә урынлашыу һәм профориентация «Инйәр – әүҙем биләмә» форумы үтәсәк. Саралар программаһы бер нисә майҙансыҡты үҙ эсенә аласаҡ, ә төп ваҡиға, урындағы предприятиеларҙан эш урындары йәрминкәһе буласаҡ.
- Илдә лә, республикабыҙҙа ла эшһеҙлек кимәле тарихи минимумдарҙы яңыртыуҙы дауам итә. Ғинуар аҙағында Башҡортостанда теркәлә торған эшһеҙлек дәрәжәһе 0,6% тәшкил итте. Хәҙер мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәттәре эшһеҙҙәрҙе генә түгел, халыҡтың башҡа категорияларын да йәлеп итергә тейеш. “Инйәр – әүҙем биләмә” форумы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торған уникаль майҙансыҡ булыр тип уйлайым. Ваканциялар йәрминкәһенән тыш, бында ҡатын-ҡыҙҙар клубы, түңәрәк “өҫтәл”дәр, ололар һәм йәштәр өсөн профориентация майҙансыҡтары, шулай уҡ уҡыу урындары йәрминкәләре үтәсәк, -ти БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова
Форумда ҡатнашыусыларға «Белорецкий металлургический комбинат», Санаторий “Ассы”, “Урал пружиналар заводы”, «Агроторг» һәм «Элементтрейд» магазиндары, Инйәр ауылының 1-се мәктәбе һәм башҡалар эш урындары тәҡдим итәсәк.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.