Һүҙ баш ҡаланың Калинин районында Орджоникидзе, Уссурийск, Вологодск һәм Суворов урамдары менән сикләнгән кварталда торлаҡ төҙөлөшөн комплекслы үҫтереү хаҡында бара. Кварталды төҙөүсе — Ҙур панелле торлаҡ төҙөлөшө тресының 12-се КПД ойошмаһы. Был - Өфөлә 2023 йыл башында төҙөлгән тәүге килешеү.
«Торлаҡ төҙөлөшөн комплекслы үҫтереү — инфраструктура бюджеты облигациялары механизмдарын ҡулланып айырым кварталдарҙы һәм бөтә биҫтәләрҙе яңыртырға, бөтә кәрәкле транспорт, коммуналь хужалыҡ һәм социаль инфраструктуралы халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырырға мөмкинлек биргән яңы һөҙөмтәле ҡорал», — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов.
Комплекслы төҙөлөшкә дусар булған квартал майҙаны 6,78 гектар тәшкил итә. Квартал сиктәрендә 10 күп фатирлы йорт урынлашҡан, шуларҙың алтауһы авария хәлендә тип танылған һәм һүтеүгә дусар ителгән. Бынан тыш, әлеге биләмә сиктәрендә капиталь гараждар һәм башҡа объекттар бар. Ҡала төҙөлөшө потенциалы 39 мең метр квадрат тип билдәләнгән.
Участканы үҙләштереү осоро ете йыл тип билдәләнгән. Комплекслы үҫеш һөҙөмтәһендә кварталды яңыртыу, биләмәне, шул иҫәптән балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта республика биләмәһендә ҡала төҙөлөшө потенциалы 1,5 миллион квадрат метрҙан ашыу булған 310,84 гектар майҙанлы 10 контракт төҙөлгән. Сауҙалашыу процедураһында 11,9 гектар майҙанлы, ҡала төҙөлөшө потенциалы 150 мең квадрат метр булған ике биләмә бар.
250 гектар майҙанлы, ҡала төҙөлөшө потенциалы 700 мең квадрат метрҙан кәм булмаған тағы ла 12 биләмә әҙерләнә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.