2023 йылда Башҡортостанда 3,315 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
– Үҫеш, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 8,3 процентҡа артҡан. Был - Башҡортостан социаль өлкәһенең һәм иҡтисадының тотороҡлоғон күрһәтеүсе яҡшы күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2030 йылға 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейешбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.