Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “МАЗ” заводында булды. Унда етәксе яңы продукция менән танышты, һуңынан эшлекле килешеү төҙөлдө. Шул иҫәптән заводтың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Евтуховский менән дә осрашты. Минск автомобилдәр заводы – Башҡортостандың күптәнге партнеры. Мәҫәлән, былтыр республикаға йәки Өфө троллейбусс заводына артабан троллейбустар йыйыу өсөн 2,6 миллиард һумға 260 машина комплекты тапшырылған. Был күрһәткес быйыл да һаҡланасаҡ.
– Яҡын киләсәктә беҙ 216-сы һәм 303-сө маркалы “МАЗ”-дарҙы йыйыуҙы өйрәнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең предприятиелар төрлө автомобиль деталдәре менән тәьмин итергә әҙер: мәҫәлән, Урал пружина заводы үҙенсәлекле рессорҙар уйлап тапҡан – уларҙы “МАЗ” өсөн конверҡа ҡуйырға була. “Эколайн” компанияһы иһә Минскиға елем продукцияһын ебәрҙе, – тине Андрей Назаров.
Осрашыу һөҙөмтәһе булып “МАЗ” сәнәғәт гиганты һәм Өфө троллейбус заводы араһында эшлекле Меморандум (килешеү) төҙөлдө. Документ төбәктә ҡала электр транспортын етештереү һәм шул өлкәнең үҫеше хаҡында һөйләй.
Бынан тыш, Минск автомобиль заводы һәм беҙҙең “Уралмаш” Башҡортостанға 800 миллион һумға 100 үҙбушатҡыс йөк машинаһы ҡайтарыу тураһындағы килешеү төҙөнө.