Учалы районы эшҡыуары Илһам Ғайсин алдына һәр саҡ ҙур бурыстар ҡуя. Пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры булараҡ, ул һәр саҡ яңы, бығаса күтәрә алмаҫлыҡ булып күренгән ауырлыҡты ала.
Уның эше Учалы ҡалаһындағы ҙур булмаған автозапчасть магазинынан башланды. Интуиция һәм көслө характерына таянып, ул ҡалалағы тәүге автойыуыу үҙәге төҙөргә ҡарар итә. Һуңынан май алмаштырыу пункты менән автосервис, артабан магазин төҙөгән.
Былар барыһы ла - ҡалаға ингән ерҙә, торлаҡ йорттарҙан алыҫта. Бөгөн был - «Таҙа ҡала» исемле автокомплекс, ә эргәһендә сауҙа объекттары, башҡа эшҡыуарҙарҙың оҫтаханалары менән тотош урам үҫеп сыҡты.
2021 йылда эшҡыуарҙың яңы маҡсаты барлыҡҡа килә: «Доброцен» аҙыҡ-түлек магазины төҙөлә. 2023 йылдың июнендә иһә ул «Италиан пицца» пиццерияһын файҙаланыуға тапшыра.
Илһам Ғайсин Учалы районы хакимиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул хакимиәт башлығы ҡарамағындағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы өс кәңәшмәлә ҡатнаша.
Был хаҡта Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә Учалы районының бизнес-шәрифе Әсхәт Әсәҙуллин хәбәр итә.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall-210946946_4556