Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сәнәғәт көнө бизнес-программаһында ҡатнашты. Сара Милли ҡаҙаныштар форумы сиктәрендә “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә үтте.
Төбәк башлығы, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының 2023 йылда илдең сәнәғәт тармаҡтарын үҫтереү һөҙөмтәләренә һәм яҡын киләсәккә бурыстарға арналған пленар сессияһында сығыш яһаны.
Сессияны Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров асты. Эске сәнәғәт секторы сит ил санкциялары һәм коронавирус пандемияһы тыуҙырған сикләүҙәргә яраҡлашыуға өлгәште, тип билдәләне ул.
"Рәсәй Федерацияһының 89 субъектының һәр береһенең бөгөн үҙ производстволары бар: заводтар, фабрикалар, комбинаттар, оҫтаханалар. Был Рәсәй иҡтисадының айырылғыһыҙ өлөшө, етештереү сәнәғәтендә 10 миллионға яҡын кеше эшләй. Рәсәйҙең эске тулайым продукты структураһында етештереү күләме шаҡтай өлөш индерә. Һуңғы 10 йылда тейешле өлөш 13 процентҡа яҡын тәшкил итә. Ошо уҡ осорҙа етештереү күләменең 35 процентҡа артыуы арҡаһында тармаҡ тотороҡло үҫешә, — тине Денис Мантуров.
Күп йыллыҡ эҙмә-эҙлекле эш арҡаһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшелә, тип өҫтәне вице-премьер.
«Рәсәйҙән ситтә күптәр бөтөнләй икенсе динамикаға иҫәп тота ине, ләкин уларҙың күҙаллауҙары тормошҡа ашманы. Был бөтөнләй осраҡлы хәл түгел. Бындай тотороҡлоҡ илдең яңы тармағын булдырыу буйынса күп йыллыҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып тора», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Денис Мантуров.
Тармаҡҡа ярҙам итеү саралары араһында вице-премьер Сәнәғәт үҫеше федераль фонды эшмәкәрлеген, индустриаль технологиялар парктарын булдырыуҙы, экспортҡа булышлыҡ итеүҙе, шулай уҡ яңы технологияларҙы һәм компетенцияларҙы үҫтереүҙе атаны.
Панель сессия барышында Рәсәй өлкәләре губернаторҙары һәм эре эске сәнәғәт предприятиелары етәкселәре сығыш яһаны.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында ил сәнәғәте сит ил санкциялары алдында тотороҡлолоҡ һәм динамик үҫеш күрһәткестәрен күрһәтә, тип билдәләне.
«Беҙ был осорҙо «сәнәғәттең яңырыуы» тип атайбыҙ. Хәҙерге заман мәшәҡәттәренә ҡаршы тороу өсөн уларға оператив, аҡыллы һәм лайыҡлы яуап биреү мөһим. Төбәк идара итеү коллективтары һәм власть органдары исеменән Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының бик әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерәм. Министрлыҡта эшләнгән барлыҡ ҡоралдар хәҙер урындарҙа әүҙем ҡулланыла. Уларға айырым тармаҡтарҙың үҫешен дәртләндереү, ташламалы шарттар, сәнәғәт ипотекаһы һәм, әлбиттә, Рәсәй сәнәғәт үҫеше фонды эшмәкәрлеге инә», — тине Радий Хәбиров.
«Башҡортостанда иң күп кластерҙар булдырылған тип ышаныс менән әйтә алам, беҙҙә уларҙың туғыҙы бар инде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров үҙ сығышында. - Әлегә беҙ төбәк эсендә хеҙмәттәшлек бәйләнештәре булдырабыҙ. Әммә киләсәктә һигеҙ төбәк-ара кластеры булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде. Унан да бигерәк, Дәүләт-ара кластерҙар ойоштороу мәсьәләһе көн тәртибенә инде. Әйтәйек, машиналар эшләү өлкәһендә беҙ Беларусь Республикаһы менән берлектә ошондай кластер булдырабыҙ”.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ власть органдары менән сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Һүҙ вертикаль интеграцияланған эре компаниялар менән эшсе төркөмдәр, шулай уҡ республика өсөн традицион тематик осрашыуҙар — «Сәнәғәт сәғәттәре» һәм «Инвестиция сәғәттәре» тураһында бара.
«Беҙ бөгөн һәр предприятиеның тиерлек нисек йәшәүен яҡшы беләбеҙ һәм бизнесҡа ярҙам саралары төрлөлөгөн ҡулланабыҙ. Сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә рәхмәт әйткем килә. Был кешеләр үҙҙәренең ынтылышы, абруйы һәм сыҙамлылығы менән беҙгә сәнәғәт үҫешенең бик ҡатмарлы процесын тоторға мөмкинлек бирҙе», — тине Радий Хәбиров. "Моғайын, алда һынауҙар торалыр. Уларҙы еңеп сығырға өйрәнеүебеҙ мөһим. Миңә ысынлап та оҡшаған аҡыллы фраза бар: "Бөгөн башҡалар иртәгә нимә уйлар, шуны эшләгеҙ". Ә инде өҫтәмә ресурстар һәм резервтар тапһаҡ, сәнәғәткә ярҙам итеү буйынса яңы саралар индерһәк, уңышҡа өлгәшербеҙ.
Пленар сессияһы ултырышында эре компаниялар етәкселәре араһында «СИБУР» компанияһының генераль директоры Михаил Карисалов та ҡатнашты. 2022 йылда Башҡортостанда холдингты үҫтереүҙең күләмле программаһы сиктәрендә икенсел сеймал — полимер шешәләр ярҙамында ПЭТ гранулаларының яңы производствоһы ғәмәлгә индерелде, тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 106,5 процентҡа етте. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда сәнәғәт етештереүе үҫеше 19,6 процент тәшкил итә.
Республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһында ҙур алға китеш күҙәтелә. Биш йыл эшләү барышында дөйөм хаҡы 53,3 миллиард һум булған 162 сәнәғәт проектына булышлыҡ итә. Ә төбәккә инвестицияларҙың дөйөм күләме һуңғы дүрт йылда 40 процентҡа артҡан.
Республиканың уңышлы сәнәғәт сәйәсәте федераль кимәлдә даими рәүештә билдәләнә. Шулай итеп, 2020 һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй рейтингында беренсе урынға сыҡты. Ә 2022 йыл аҙағында унда өсөнсө урын алды.
Фотолар Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.