Иҡтисад
15 Февраль 2024, 11:30

4,9 миллиард һум аҡса йәлеп ителде

Быға эшҡыуарҙарға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының гарантия биреүе ярҙам итә.

4,9 миллиард һум аҡса йәлеп ителде4,9 миллиард һум аҡса йәлеп ителде
4,9 миллиард һум аҡса йәлеп ителде

2023 йылда бәләкәй һәм урта предприятиелар Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһының бурысы иҫәбенә 4,9 миллиард һумдан ашыу кредит аҡсаһын йәлеп итә алған. 2022 йыл менән сағыштырғанда алынған аҡса күләме бер процентҡа артҡан.

- 2023 йылда эшҡыуарҙар шундай 341 килешеү төҙөнө, - тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Башҡортостанда заем средстволарын йәлеп итеү буйынса тармаҡтар исемлегенә сауҙа, эшкәртеүсе производстволар, төҙөлөш, файҙалы ҡаҙылмалар, шулай уҡ фәнни-техник эшмәкәрлек инде.

Гарантиялы бурысҡа иң күп кредит биргән банктар - Альфа-Банк, ВТБ һәм Һаҡлыҡ банкы.

Гарантиялы яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу - ул залог булмағанда йәки етмәгәндә бизнес өсөн банк финанслауын алыуҙың ябайлаштырылған ысулы. Механизм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2021 йылда эшләй башланы һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23036/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас