16 февралдә “Өфө” индустриаль паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных менән осрашты. Улар төбәктә сәнәғәт кластерҙары үҫешенең перспективаларын тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына индустриаль проекттарға ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе.
- Республикала 12 индустриаль парк бар. “Өфө” – уңышлы парктың өлгөһө, унда юғары класлы импортты алмаштырған продукция сығарыла, - тине Радий Хәбиров. - Шулай уҡ беҙ төбәктә халыҡ-ара сәнәғәт кластерҙарын үҫтерергә лә ниәтләйбеҙ. Берлектәге эштә Беларусь партнерҙарының ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных төбәктең сәнәғәт комплексы эшенең һөҙөмтәле күрһәткестәрен юғары баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.