Иҡтисад
19 Февраль 2024, 14:45

Йәшәгән мөхитебеҙ уңайлы булһын өсөн

һуңғы биш йылда дөйөм суммаһы 7 миллиард һумға торошло 680-дән ашыу йәмәғәт киңлеге һәм 6,2 миллиард һумлыҡ 1,3 мең ихата төҙөкләндерелгән. Был эш дауам итә. 

Йәшәгән мөхитебеҙ уңайлы булһын өсөнЙәшәгән мөхитебеҙ уңайлы булһын өсөн
Йәшәгән мөхитебеҙ уңайлы булһын өсөн

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән республика Хөкүмәте ултырышында «Заманса ҡала мөхитен булдырыу һәм коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыу» дәүләт программаһын раҫлау тураһындағы мәсьәлә тикшерелде.

- Йыл һайын төбәктә ҡала мөхитенең сифатын һәм торлаҡ фондының уңайлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда дөйөм суммаһы 7 миллиард һумлыҡ 680-дән ашыу йәмәғәт киңлеге һәм 6,2 миллиард һумлыҡ 1,3 мең ихата төҙөкләндерелгән. 4 меңдән ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт яһалған, был эшкә 22 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған. «Инфраструктуралы меню» ҡоралдарын файҙаланып һәм федераль финанслауҙы йәлеп итеп, коммуналь инфраструктураны яңыртыуға һәм үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә, - тип һөйләне Андрей Назаров.

2023 йылда Башҡортостанда Милли именлек фондынан дөйөм хаҡы яҡынса 2 миллиард һумға торошло заем аҡсаһын йәлеп итеп, 8 проект буйынса эштәрҙе тамамланылар. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса биш йыллыҡ программаны үтәүгә тотондоҡ. Бынан тыш, былтыр индерелгән 3,5 миллиард һумлыҡ ике ҙур проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн махсус ҡаҙна кредиты мөмкинлектәре файҙаланылған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса федераль конкурстарҙа һәм «инфраструктура менюһы» сиктәрендә федераль программаларҙа ҡатнашыуға ғаризаларҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп бирергә ҡушты. Бынан тыш, йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ағымдағы проекттарҙы һәм башҡа программаларҙы билдәләнгән ваҡытта тамамлауҙы тәьмин итеү зарурлығын әйтте.

Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас