20 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Элеватор» компанияһының (“Сигма” компаниялар төркөмөнә инә) экспорт ҡеүәтен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
“Элеватор” компанияһы директоры Сергей Варламов һөйләүенсә, “Сигма” компаниялар төркөмө структураһында туғыҙ структур бүлексә бар. Шуларҙың икәүһе Башҡортостанда урынлашҡан. Был Шишмә май экстракцияһы заводы һәм Күмертауҙағы “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең май экстракцияһы заводы, уларҙа яҡынса 1 100 кеше эшләй.
Был предприятиеларҙа орлоҡ эшкәртеү күләме йылына 890 мең тоннаға еткән. Һуңғы биш йылда улар дәүләт бюджетына һәм бюджеттан тыш фондтарға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән, шуның 1,43 миллиард һумы – Башҡортостан бюджетына.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса “Сигма” компаниялар төркөмөнөң дөйөм һатыуҙары 600 мең тоннанан ашыу тәшкил итте. Өҫтәүенә продукцияның яртыһынан күберәге экспортҡа ебәрелгән.
Мәҫәлән, таҙартылмаған көнбағыш майын һатыу күләме – яҡынса 170 мең тонна. Иң ҙур күләмдәге экспорт Иранға һәм Ҡытайға оҙатылған, 2024 йылдан алып Һиндостанға оҙатыла башлаған.
Таҙартылған дезодорланған көнбағыш майын, нигеҙҙә, Рәсәй биләмәһендә һаталар (91 мең тонна).
7 мең тонна күләмендәге рапс майы тулыһынса Ҡытайға һатылған.
Бөртөклө шроттың яртыһынан ашыуы (170 мең тонна) Белоруссияға һәм Латвияға ебәрелгән, ҡалған өлөшө Рәсәй эсендәге ихтыяжға файҙаланылған.
Бынан тыш, 2023 йылда Рәсәйҙең 50 төбәгендә дистрибуция селтәре аша, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә – Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Үзбәкстанға, Төркмәнстанға, Азербайжанға, Тажикстанға, Монголияға, Афғанстанға һәм Төркиәгә 76 мең тонна үлсәп төрөлгән продукция һатылған.
“Сигма” компаниялар төркөмө эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө – социаль яуаплылыҡ. Төркөм предприятиелары төбәк һәм федераль кимәлдәге хәйриә сараларында әүҙем ҡатнаша. Мөһим йүнәлеш – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Ике йыл эсендә компания яугирҙәр ихтыяжы өсөн автомобиль техникаһы, автокран, бензин генераторы тапшырған, шулай уҡ даими рәүештә фасовкаланған көнбағыш майы менән тәьмин итеүҙе ойошторған.
– Эшегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең компания, ысынлап та, эре һалым түләүсе һәм эш биреүсе. Бөтә күрһәткестәр ҙә яҡшы, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Әммә бер урында торорға ярамай, производствоны үҫтереү буйынса һеҙҙән яңы башланғыстар көтәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.