Иҡтисад
21 Февраль 2024, 12:45

Ауыл эшҡыуарҙары өсөн 37 семинар үткәрелде

Сараларҙа 1400-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Ауыл эшҡыуарҙары өсөн 37 семинар үткәрелдеАуыл эшҡыуарҙары өсөн 37 семинар үткәрелде
Ауыл эшҡыуарҙары өсөн 37 семинар үткәрелде

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге 2024 йылдың башынан республиканың 37 районында ауыл эшҡыуарҙары өсөн семинарҙар ойошторған. Сараларҙа 1400-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белгестәре муниципалитеттарға барып, төбәктең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итеү программаларында булған нескәлектәр һәм яңылыҡтар тураһында һөйләне.

- Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең уҡытыу саралары республика райондарында ҙур һорау менән файҙалана. Йәнле аралашыу аграрийҙар өсөн өҫтөнлөклөрәк, шунда уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Семинарҙар өсөн дәүләт ярҙамы темаһы йыл башында осраҡлы ғына һайланманы. Яҙғыһын ауыл эшҡыуарҙары өсөн гранттар биреүгә конкурстар башлана. Улар арҡаһында күп кенә фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары әүҙем эшмәкәрлек башлай йәки киләһе үҫеш этабына күсә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23102/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас