Иҡтисад
21 Февраль 2024, 03:30

Муса Гәрәев исемендәге сквер төҙөкләндерелде

Матур урынды халыҡ та үҙ итә.

Муса Гәрәев исемендәге сквер төҙөкләндерелдеМуса Гәрәев исемендәге сквер төҙөкләндерелде
Муса Гәрәев исемендәге сквер төҙөкләндерелде

Өфөнөң Орджоникидзе районында Муса Гәрәев исемендәге сквер төҙөкләндерелде. Был эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарылды (национальный проект “Жилье и городская среда”), тип хәбәр итә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

-“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты арҡаһында Өфөлә халыҡ өсөн ял итергә тағы ла бер күркәм урын барлыҡҡа килде. Был иһә  уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа  власть һәм йәмғиәттең хеҙмәттәшлеген сағылдыра, - тинеләр ведомствола.

Йәйәүлеләр зонаһы ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән урынға әүерелгән. Яңыртылған сквер – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен иҫкә ала торған тарихи ер.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – уңайлылыҡты арттырыу. Шулай уҡ милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүгә әүҙем йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп бурысы – йыл һайын файҙаланыуға 120 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырыу һәм биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: ”Молодежня газета”нан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас