«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә «Йыл экспортсыһы» конкурсының төбәк этабын үткәрә.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
«Йыл экспортсыһы» конкурсы өс этапта уҙғарыла. Конкурстың төбәк этабы йомғаҡтары буйынса беренсе урын алған компаниялар округ этабында республика исеменән сығыш яһай, унда еңеүселәр федераль кимәлдә ҡатнаша.
2023 йылғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм ҙур предприятиелар араһында 19 номинацияла еңеүселәр иғлан ителәсәк.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2024 йылдың 26 февраленән 26 мартына тиклем ҡабул ителә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23120/