Өфө фән һәм технологиялар университеты “Киләсәк моторҙары” проекты менән “Алдынғы инженер мәктәптәре” федераль программаһында ҡатнашты. 427,7 миллион һумлыҡ грант отоп, уны инженер мәктәбенең матди-техник базаһын үҫтереүгә йүнәлтергә уйлайҙар.
“Киләсәк моторҙары” инженер мәктәбендә шөғөлләнеүсе университет студенттары, идеянан тормошҡа ашырылғанға тиклем бөтә технология циклын үтеп, үҙенсәлекле продукттар етештерә. Былар – самолеттар, автомобилдәр өсөн электр двигателдәре, электр генераторҙары, пилотһыҙ осоу аппараттары-роботтар.
Студенттарҙың һигеҙ конструкторлыҡ бюроһында эш ҡайнай. Уларҙың барыһы ла индустриаль партнерҙар – “КамАЗ”, “ВЕГА-ГАЗ”, “УППО”,”СЕГЗ”, “ВЭСК Инжиниринг”,”Русэлпром” менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Проект һөҙөмтәһендә республика был үҙенсәлекле продукттарҙы авиация, ракета һәм транспорт тармаҡтары өсөн етештереүгә, яңыртыуға, файҙаланыуға һәм баҙарға сығарыуға һәләтле яңы система инженерҙарын аласаҡ. Университет был федераль проектта өсөнсө йыл ҡатнаша.
Фото: https://vk.com/wall-144352066_261535