Башҡортостанда «Үлсәү ҡорамалдары заводы» сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («ЗВО» сауҙа йорто) «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыуға йомғаҡ яһаны.
Предприятие сәнәғәт үлсәүҙәре һәм дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһының Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре булышлығында завод һынау участкаһында дозаторҙар етештереү ваҡытын өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарта алды. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
«Үлсәү ҡорамалдары заводы» сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте пилот ағымында һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерҙе, асыҡ тоҡтарға дозалаусы дозаторҙар етештереү процесын һайлап алды. Проект материалдар келәтенән алып машинаға әҙер продукция тейәп оҙатыуға тиклем бөтә этаптарҙы үҙ эсенә алды. Эштәр күләменә келәт, етештереү цехы, техник контроль бүлеге һәм һатыу бүлеге индерелде.
«Үлсәү ҡорамалдары заводы» сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре уҡыу үтте.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23137/