Иҡтисад
27 Февраль 2024, 11:30

"Рәсәй" күргәҙмә-форумында Башҡортостан аҙыҡ-түлеге күрһәтелде

Экспозиция мини-ауыл тибында төҙөлгән «Яңы Простоквашино» павильонында урынлашҡайны.

"Рәсәй" күргәҙмә-форумында Башҡортостан аҙыҡ-түлеге күрһәтелде"Рәсәй" күргәҙмә-форумында Башҡортостан аҙыҡ-түлеге күрһәтелде
"Рәсәй" күргәҙмә-форумында Башҡортостан аҙыҡ-түлеге күрһәтелде

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә республиканан 10 аҙыҡ-түлек етештереүсе ошо йүнәлештәге экспозицияла ҡатнашты.

Сарала «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанттары ла үҙҙәренең продукцияһы менән таныштырҙы. Улар крафт сырҙарын һәм үлән сәйҙәре коллекцияһын күрһәтте.

Экспозиция мини-ауыл тибында төҙөлгән «Яңы Простоквашино» павильонында урынлашҡайны. Төп маҡсат ҡала халҡы иғтибарын тәбиғәткә йәлеп итеү, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе фермер хужалығының йәшәү рәүеше һәм традициялары менән таныштырыу ине.

Сара ҡунаҡтары республика аҙыҡ-түлеген тәмләп ҡарай, башҡорт милли аш-һыуын баһалай һәм бал, тәм-том, ит деликатестарын, башҡа төбәк тауарҙарын һатып ала алды. Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн мәҙәни һәм күңел асыу программалары планлаштырылғайны.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23139/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас