Уны республика Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, сәнәғәт – Башҡортостандың төп тармағы һәм ул тулайым төбәк продуктының 40 процентын бирә. Ултырышта ҡатнашыусылар яҡын киләсәктә илдең технологик суверенитетын тәьмин итә аласаҡ йүнәлештәр буйынса фекер алышты.
“Беҙ үҙебеҙҙең үҫешкән сәнәғәт инфраструктураһы менән көслө. Республикала 12 индустриаль һәм 19 технологик парк эшләй, туғыҙ сәнәғәт кластеры булдырылған. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренсе урында торабыҙ, төбәк-ара кооперацияны үҫтереү эше лә дауам итә”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru