Башҡортостан Республикаһында 2024 йылда 450 юл буйы сервисы объектын төҙөргә һәм шул уҡ күләмдә яңыртырға ниәтләйҙәр.
- Юл яны сервисы буйынса беҙ 2020 йылдан алып әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылда Башҡортостанда 304 яңы юл буйы сервисы объекты сафҡа индерелгән һәм 307-һе яңыртылған, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. - Бөгөн Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә дөйөм инвестициялар күләме 4,5 миллиард һумдан ашыу булған 44 инвестиция проекты индерелгән. Быйыл беҙ тағы ла тиҙлекте арттырырға һәм 450 юл яны сервисы объектын сафҡа индерергә, шул уҡ күләмдә яңыртырға планлаштырабыҙ.
Башҡортостан Республикаһы 2020 йылдан дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйында урынлашҡан объекттарҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға күрһәтелгән сервис сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән әүҙем эш алып бара. 2020 йылдан, Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу осоронда, дөйөм инвестициялар күләме 5,5 миллиард һумдан ашыу булған 544 яңы объект сафҡа индерелгән һәм дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 1,2 миллиард һум булған 581 объект яңыртылған.
Концепция сиктәрендә эштең бер йүнәлеше булып дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү тора. Әлеге ваҡытта дөйөм инвестициялар күләме 11 миллиард һум самаһы булған 100-ҙән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23265/