2023 йылда БР ауыл хужалығын консультациялау системаһы ойошмалары 153 мең самаһы консультация үткәргән. Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте ойошторған үҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан 179 бизнес-план эшләнгән, грант ярҙамы, субсидия һәм кредиттарға ҡағылышлы 7,3 мең документтар комплекты тупланған. Шулай уҡ 933 хужалыҡҡа бухгалтерия эшмәкәрлегендә даими рәүештә ярҙам күрһәтелә.
- Бөгөн ауыл хужалығы тармағында һөҙөмтәле эшләү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ һәм ваҡытында алыу мөһим, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Мәғлүмәти-консультация йүнәлешендәге ярҙам айырыуса фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары өсөн бик мөһим. Уларҙың производстволағы дөйөм өлөшө 20 процентҡа тиклем үҫте.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru