Иҡтисад
13 Март 2024, 16:40

Светлана Чупшева инвестиция комитеты ултырышында ҡатнашты

Төп капиталға инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан илдең топ-15 төбәгенә инә. Ә Милли инвестиция мөхите торошо рейтингында республика дүртенсе урында билдәләнә. 

Светлана Чупшева инвестиция комитеты ултырышында ҡатнаштыСветлана Чупшева инвестиция комитеты ултырышында ҡатнашты
Светлана Чупшева инвестиция комитеты ултырышында ҡатнашты

Бөгөн, 13 мартта, Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестсәғәт”те уҙғарҙы. Уның эшендә Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты.

Кәңәшмәлә инвесторҙар менән хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу буйынса системалы мәсьәләләр тураһында фекер алыштылар, шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына ҡағылышлы яңы проекттарҙы ҡаранылар.

Башҡортостан Башлығы билдәләп үтеүенсә, “Инвестсәғәт” алымындағы кәңәшмәләр үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Эшҡыуарҙар йәмәғәтселеге власть органдары менән бәйләнеш буйынса был инструменттың уңайлы булыуын билдәләй. Төбәккә яңы инвесторҙар килә, республика иҡтисадына капитал һалыуҙар ағымы ла тотороҡло үҫә.

- Беҙ бындай осрашыуҙарҙы 2018 йылдан алып ойошторабыҙ һәм уларҙың ыңғай һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Һуңғы биш йылда республика инвестициялар күләменең ыңғай динамикаһын тәьмин итте. Төбәк иҡтисадына 2,3 триллион һум йәлеп ителде, ә беҙҙе инвестпроекттар пулы 2 мең башланғыстан артып китте. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса капитал һалыуҙар күләме тағы 100 миллиард һумға артты һәм беренсе тапҡыр 620 миллиард һумға етте, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшева үҙ сығышында төбәктең иҡтисади үҫеше темптарын юғары баһаланы.

- Беҙ республиканың йыл дауамында ыңғай үҫеш динамикаһын билдәләйбеҙ. Төп капиталға инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан илдең топ-15 төбәгенә инә. Ә Милли инвестиция мөхите торошо рейтингында республика дүртенсе урында тора. Был төбәктең эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса яуаплы команданың һөҙөмтәле эшләүен дәлилләй, - тине Светлана Чупшева.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас