Иҡтисад
13 Март 2024, 10:00

Торлаҡ темаһы һәр саҡ көнүҙәк

Сарала "Дом.РФ" аналитик үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.

Торлаҡ темаһы һәр саҡ көнүҙәкТорлаҡ темаһы һәр саҡ көнүҙәк
Торлаҡ темаһы һәр саҡ көнүҙәк

Бөгөн “Дом. РФ” аналитик үҙәге, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын 2030 йылға тиклем  тормошҡа ашырыуға ярашлы, торлаҡ төҙөлөш үҫеше буйынса видеобәйләнеш аша кәңәшмә ойошторҙо.

Сарала “Дом.РФ” аналитик үҙәгенең етәкселек вәкилдәре ҡатнашты. “Ҡала төҙөлөшө, проекттарға булышлыҡ итеү һәм инфраструктура” подразделениеһы етәксеһе Иван Будков, торлаҡ тармағында тикшереү бүлеге етәксеһе Мария Жолобова һәм башҡалар сығыш яһаны. Һәр кем өсөн мөһим булған  тема – торлаҡ – тураһында булды һөйләшеү. Уның үҫеше, льготалы ипотека программалары һәм башҡалар һәр көн үҙәгендә.

“Дом.РФ” банкының Волга буйы төбәктәре үҙәгенең идарасы директоры Шамил Халиҡов әйтеүенсә, "Ғаилә" ипотекаһын биреү 88 процентҡа артҡан.  

Бынан тыш, туризм тармағы тураһында ла әйтелде. Илдә туризм үҫеше хаҡында банктың “Туризм” подразделениеһы етәксеһе Георгий Попов һөйләне.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас