Иҡтисад
14 Март 2024, 08:45

Иң шәп брендтар билдәләнде

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Беҙҙекеләрҙе бел” тип аталған Рәсәй брендтарының төбәк конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләне. 

Иң шәп брендтар билдәләндеИң шәп брендтар билдәләнде
Иң шәп брендтар билдәләнде

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Беҙҙекеләрҙе бел” тип аталған Рәсәй брендтарының төбәк конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләне. Тантана II Республика “Ил өсөн көслө идеялар” йәмәғәт башланғыстары форумына ярашлы ойошторолдо.

- Беҙ урындағы брендтарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. 28 меңгә яҡын продукция “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе менән етештерелә. “Башҡортостанда етештерелгән” проекты компанияларға сит ил баҙарына сығырға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Андрей Назаров.  

Төбәк брендтары рейтингында Fabrik Cosmetology «ФАБРИК КОСМЕТИК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Бөрө сауҙагәрлеге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөнсө урында билдәләнде.

Икенсе урынға “Орбита” ғилми-ғәмәли предприятиеһы менән “Башҡортостан үләндәре” ЯСЙ-һы лайыҡ булды.

Ә яҡшылар исемлегендә – “Башҡорт туңдырмаһы” йәмғиәтенең “Сливкин нос” бренды һәм “Альтернатива” пластмасса тауарҙар заводы” йәмғиәтенең ALTA бренды.

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙма менән уртаҡлашты.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru һәм vk.com/agnazarov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас