Иҡтисад
14 Март 2024, 09:45

Республика сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы битен асабыҙ

14 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “РВ-1” сәнәғәт технопаркын төҙөүгә старт биреүҙә ҡатнашты.

Республика сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы битен асабыҙРеспублика сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы битен асабыҙ
Республика сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы битен асабыҙ

Уның резиденттары юғары технологиялы һәм инновацион продукцияның киң спектрын – пилотһыҙ осоу аппараттарын, уларҙың комплекттарын, шулай уҡ электрон компоненттар – сенсорҙар, платалар, датчиктар сығарасаҡ.

Тантана башланыр алдынан “РВ-1” идарасы компанияһының генераль директоры Рөстәм Дәүләтов буласаҡ технопарктың проектын тәҡдим итте. Уның объекттары дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метр тәшкил иткән биләмәлә төҙөләсәк.

Беренсе этапта – 2025 йылға тиклем – баҫма микроэлектроника өлкәһендә производстволар урынлаштырыу өсөн бөтә кәрәкле инфраструктура булдырырға ниәтләйҙәр. Бынан тыш, 2025 йылда пилотһыҙ авиация системаларының ғилми-производство үҙәген булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Икенсе этапта иһә баҫма микроэлектрониканың дизайн үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тоталар.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә юғары технологиялы производстволарҙы үҫтереүҙә “РВ-1” технопаркының мөһим ролен билдәләне.

- Беҙ пилотһыҙ авиацияның киләсәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Элек беҙ күп кенә позициялар буйынса сит ил етештереүселәре менән бәйле инек. Бөгөн иһә республика сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы битен асабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас